“ЭКОНОМИКА И УПРАВЛЕНИЕ: НАУЧНО‑ПРАКТИЧЕСКИЙ ЖУРНАЛ” (“Иҡтисад һәм идаралыҡ: фәнни‑ғәмәли журнал”). Ойоштороусылары — Башҡ‑н дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү акад., БР ФА. Өфөлә 2 айға 1 тапҡыр урыҫ телендә сыға. Тиражы — 1 мең дана. 1994 й. апр. алып “Экономика и управление” (“Иҡтисад һәм идаралыҡ”) исеме, 2004 й. башлап хәҙ. исем м‑н нәшер ителә. Журнал биттәрендә иҡт. теорияһы һәм сәйәсәте, банк эшмәкәрлеге, финанс һәм кредит, менеджмент, хоҡуҡ, иҡтисадты реформалау проблемалары һ.б. яҡтыртыла. Рубрикалары: “Иҡтисади сәйәсәт: стратегия һәм тактика”, “Дәүләт хеҙмәте”, “Инвестициялар һәм инновациялар”, “Сәйәси аспект”, “АСК проблемалары”, “Социаль сфера”, “Сит ил тәжрибәһе” һ.б. Баш мөхәррире — Ә.Х.Мәхмүтов (1994 й. алып).

В.В.Йәнекәев Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов