БАШКИРСКИЙ МЕСТНЫЙ, ҡылсыҡһыҙ ваҡ күстерә сорты. 1940—43 йй. ҡылсыҡһыҙ ваҡ күстерәнең урындағы популяцияһынан Х.Н.Фәтҡуллин (Башҡ‑н дәүләт селекция ст.; ҡара: Шишмә тәжрибә‑производство хужалығы) тарафынан сығарылған. Һабағы 1,2 м тиклем бейеклектә, төҙ, йығылмай, йомшаҡ ҡыуаҡ. Япраҡлылығы яҡынса 60%. Сәскәлеге — тармаҡлы, ҡылсыҡһыҙ һепертке. Орлоғо асыҡ көрән. 1000 орлоғоноң ауырлығы 3—4 г. Ҡышҡа, ҡоролоҡҡа сыҙамлы, яҙын һәм сабып алынғандан һуң яҡшы үҫә. Уңдырышлылығы (ц/ га): йәшел масса — 120,0, бесән — 18,0, орлоҡ — 0,9; йәшел массала (ҡоро матдәгә күсереп иҫәпләгәндә) 17,1% сей протеин, 26,4% клетчатка бар (Шишмә тәжрибә‑производство хужалығы, 1993). БАССР б‑са 1961 й. ҡулланылышҡа индерелгән,дала һәм урман‑дала ауыл хужалығы зоналарында үҫтерелә.

Р.З.Ғәлимуллин

Тәрж. М.Н.Моратшина

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018