“ЭКОНОМИКА И МЫ” (“Иҡтисад һәм беҙ”), гәзит. Ойоштороусыһы — “Восток” банкыһы. 1990—94 йй. Өфөлә аҙнаһына 1 тапҡыр урыҫ телендә сыҡҡан. Гәзит биттәрендә илдәге иҡт., сәйәси, соц. ваҡиғалар яҡтыртылған, милли, дини, фәнни характерҙағы мәҡәләләр, әҙәби әҫәрҙәр һ.б. баҫылған. Мөхәррирҙәре: Р.Ф.Ҡадиров, Р.К.Кәримова, Р.С.Маликов, А.И.Брянцева.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов