ӘҮЕРНӘ ҺЫМАҠТАР, к ә б е ҫ т ә һ ы м а ҡ т а р (Cruciferae, йәки Brassicaceae), ике өлөшлөләр ғаиләһе. Яҡынса 375 заты, 3200‑ҙән ашыу төрө билдәле, күбеһенсә Төньяҡ ярымшар­ҙа таралған. Үләндәр, һирәк осраҡта ярым ҡыуаҡлыҡтар һәм ҡыуаҡлыҡтар. Башҡортостанда 41 затҡа (көтөүсе муҡсаһы, ҡыршалҡан, һары үләне, ярут һ.б.) ҡараған 92 төрө үҫә. Бер, ике, һирәгерәк күп йыллыҡ үләндәр, ғәҙәттә ябай йәки тарбаҡлы, һирәк осраҡта биҙле төктәре була. Һабаҡтары төҙ, ябай йәки тарбаҡлы, ҡайһы бер төрҙәрҙеке мендәр рәүешле, бер нисә күп йыллыҡ үрендеһе бар, розеткалы йәки ярым розеткалы. Япраҡтары ябай, япраҡ ҡолаҡсындарһыҙ, лира формаһында, ҡауырһын бүлемле, төрлө киртләсле, сиратлы, ҡайһы берҙә тамыр яны розеткаһында ғына була. Сәскәләре ваҡ, аҡ, һары, ҡайһы саҡта сирень‑ҡуйы ҡыҙыл төҫтә, дөрөҫ төҙөлөшлө, сәскә ҡолаҡсындарһыҙ, ике енесле. Каса һәм таж япраҡтары 4‑әр, арҡыры‑буй урынлашҡан. Һеркәстәре 6 (4‑һенең оҙон һаптары бар), төбөндә татлыҡтар була. Емешлеге 1, емшәне өҫкө. Сәскәлектәре — ҡалҡанса кеүек тәлгәштәр. Бөжәктәр һеркәләндерә. Емеше — пәрҙәле ҡуҙаҡ йәки пәрҙәле бәләкәй ҡуҙаҡ, асылыусан йәки асылмаусан. Орлоҡтары ел, ҡоштар, ҡайһы бер төрҙәрҙеке (мәҫ., ер‑һыу бейүләне) һыу ярҙамында тарала. Күберәк далаларҙа, киң япраҡлы урмандарҙа, сәсеүлектәрҙә, болондарҙа, битләүҙәрҙә, һай урындарҙа, ҡалдау ерҙәрҙә, рудераль үҫемлектәр булараҡ юл ситтәрендә, торама пункттарҙа үҫә. БР флораһында Ә.һ. ҡараған ситтән килтерелгән ҡый үләндәре бар: африка шыртлыҡайы, оҙонса алтынүлән һ.б. Ә.һ. араһында дарыу (көтөүсе муҡсаһы, тарҙаҡай һары үләне һ.б.), ашарға яраҡлы (кәбеҫтә, торма, шипкән һ.б.), май биреүсе (рапс һ.б.), мал аҙығы (ябай ҡыршалҡан, яланғас манарагөл һ.б.), баллы (төркөстан ҡотормаһы, һоро кәзә сәскәһе һ.б.), декоратив (бейек эңер миләүшәһе, сыуаҡлыҡ клаузияһы һ.б.), буяу (буяу вайдаһы) үҫемлектәре осрай. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына үҫемлектәрҙең 4 һирәк төрө индерелгән: кейеҙ стеригма, сал сирения, татар майлуты һәм реликт өсәрле йөрәгүлән.

Ә.Х.Ғәлиева

Тәрж. Г.А.Миһранова