ЭКОНОМЕТРИЯ, э к о н о м е т р и к а, иҡт. объекттарҙың һәм процестарҙың үҙ‑ара аныҡ һан б‑са бәйләнештәрен матем. һәм статистик ысулдар, моделдәр ярҙамында өйрәнгән фән. Э. информатика, математика, статистика, иҡт. теорияһы м‑н бәйле. Э. параметрик һәм параметрик булмаған, теоретик һәм ғәмәли бүлектәре айырыла. Э. моделен төҙөү өсөн һанлы мәғлүмәттәр (улар үҙгәргән осраҡта моделде ҡабаттан төҙөргә кәрәк) файҙаланыла. Э. төп моделдәре төрө: һыҙыҡлы һәм һыҙыҡлы булмаған регрессион, стационар һәм стационар булмаған ваҡыт рәттәре, бер үк ваҡыт тигеҙләмәләренең системалары. Башҡортостанда 20 б. 90‑сы йй. уртаһынан Башҡорт дәүләт университетында сәнәғәт пр‑тиеһының һәм төбәктең иҡт. үҫешенә инвестицияларҙың күп кимәлле йоғонтоһоноң эконометрик моделдәрен әҙерләү һәм прогнозлау (Е.А. Ғафарова, А.Р.Саяпова), а.х. куль­тураларының уңдырышлылығын прогнозлау (Л.Ю.Ураҙаева), Аграр университетта — агросәнәғәт комплексында эконометрик моделдәр әҙерләү (Н.Т.Рафиҡова), Авиация техник университетында — соц. процестар (И.А.Лакман), Интернет‑иҡтисад законлыҡтары (И.А. Ғәлимов, Т.М.Ҡолмөхәмәтов) өлкәһендә фәнни тикшеренеүҙәр алып барыла.

Л.Ю.Ураҙаева

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов