ЭКОЛОГИЯ ҮҘӘГЕ, БР Тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министрлығының дәүләт учреждениеһы. 1992 й. Өфөлә Башҡ‑н респ. ғилми‑тикшеренеү экология үҙәге булараҡ асыла. Эшмәкәрлегенеңтөпйүнәлештәре:полихлорлы бифенилдарҙы, диоксиндарҙы, пестицидтарҙы һ.б. экотоксиканттарҙы анализлау һәм юҡ итеү алымдарын эшләү; тотороҡло органик бысратыусылар м‑н тирә‑яҡ мөхиттең бысраныуы сәбәптәрен өйрәнеү һәм эҙемтәләрен иҫкәртеү, диоксиндарҙың экосистемаларға һәм кешегә тәьҫир итеүен өйрәнеү; экологик мониторинг. Үҙәк составына химик‑аналитик, хроматография, аналитик масс‑спектрометрия бүлексәләре инә. 35 ғилми хеҙм‑р араһында 1 фән д‑ры һәм 3 фән канд. бар (2010). Үҙәк хеҙм‑рҙәре тарафынан тирә‑яҡ мөхит объекттарында диоксиндарҙы, бифенилдарҙы, фурандарҙы һ.б. тотороҡло органик бысратыусыларҙы анализлау б‑са халыҡ‑ара интеркалибрация (үлсәү ысулдарын һәм һөҙөмтәләрен сағыштырып ҡарау) тормошҡа ашырыла (1999, Торонто ҡ., Канада; 2000—05, Умео ҡ., Швеция; 2001, Абердин ҡ., Бөйөк Британия; 2001—05, Осло һ.б.); БР һәм РФ‑тың башҡа субъекттары, Ҡаҙағстан, Тажикстан терр‑яларында тотороҡло органик бысратыусылар күләменә мониторинг, НАТО авиацияһы сәнәғәт объекттарын бомбаға тотоу һөҙөмтәһендә Югославия (1999), Арктика (2000—03) терр‑яларының тотороҡло органик бысратыусылар м‑н бысраныуын билдәләү б‑са эштәр һ.б. үткәрелә. Үҙәк һәм Көнсығыш Европаның тотороҡло органик бысратыусылар проблемалары б‑са Төбәк үҙәгенең берләшмә ағзаһы булып тора (Брно ҡ., Чехия). БР вуздары, БР ФА‑ның, РФА‑ның ғилми учреждениелары, РФ, АҠШ, Чехия, Швеция ин‑ттары һ.б. м‑н хеҙмәттәшлек итә. Дир.: Э.А.Круглов (1991 й. алып), З.Ҡ.Әмирова (2010 й. алып), М.В.Хәсәнов (2014 й. алып).

З.Ҡ.Әмирова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина