ӘТӘС, Фёдоровка р‑нындағы ауыл, Балыҡлы а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 20 км һәм Мәләүез т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 59 км алыҫлыҡта Балталы й. (Ашҡаҙар й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 754 кеше; 1920 — 800; 1939 — 552; 1959 — 626; 1989 — 247; 2002 — 317; 2010 — 290 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана, мәсет бар.

Ауылға Нуғай даруғаһы Юрматы улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә керҙәш башҡорттар һәм яһаҡлы татарҙар нигеҙ һала, 1795 й. алып билдәле (12 йортта 50 кеше иҫәпләнгән). 1865 й. Ә. булараҡ 2 ауыл теркәлгән: беренсеһендә 67 йортта 336 башҡорт йәшәгән (малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр; мәсет булған), икенсеһендә 22 йортта — 108 татар (игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ, сабата үреү м‑н шөғөлләнгәндәр; мәсет, уч‑ще булған). 1906 й. бер Ә. ауылы теркәлгән, унда мәсет, татар мәктәбе, мөгәзәй булған. А.З.Ғаффарова ошо ауылда тыуған.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев