ӘТНӘШ, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл, Яңы Бәрҙәш а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 62 км һәм Щучье Озеро т.юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс.табан 170 км алыҫлыҡта Йүрүҙән й. буйын­да урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 293 кеше; 1959 — 1094; 1989 — 833; 2002 — 666; 2010 — 584 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Төп мәктәп, балалар баҡсаһы, амбулатория, мәҙәниәт йорто бар.

Ауылға 1925—27 йй. Өфө кантоны терр‑яһында Бөрө кантоны ауылдарынан күсеп килеүселәр нигеҙ һала. 70‑се йй. башынан ҡасаба булараҡ иҫәпкә алына.2005й.хәҙ.статусын ала.

Р.С.Исмәғилев

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев