БАЙМЫРҘА, Бәләбәй р‑нындағы ауыл, Ермолкин а/ с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 19 км һәм Аксаков т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 29 км алыҫлыҡта Ҡондоҙло й. (Кама й. басс.) тамағында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1023 кеше; 1920 — 1164; 1939 — 1081; 1959 — 691; 1989 — 350; 2002 — 399; 2010 — 409 кеше. Татарҙар, мариҙар йәшәй (2002). Төп мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар.

Ауылға 18 б. уртаһында Ҡазан даруғаһы Ҡыр‑Йылан улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә керҙәшлек килешеүе б‑са татарҙар (һуңынан типтәрҙәр ҡатламына күскән) нигеҙ һала. 1834 й. дәүләт крәҫтиәндәре лә теркәлгән. 1865 й. 140 йортта 663 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, балта эше м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған. 1906 й. ш. уҡ һыу тирмәне, 2 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. 20 б. 20—60‑сы йй. 1‑се Баймырҙа тип аталған. Т.Ә.Әкрәмов ошо ауылда тыуған.

Т.И.Әминев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика