ӘСӘН УРТА МӘКТӘБЕ, Дүртөйлө р‑нында урынлашҡан. 1914 й. башланғыс халыҡ уч‑щеһы булараҡ асыла, 1918 й. башлап 1‑се баҫҡыс мәктәп, 1930 й. — 7 йыллыҡ мәктәп, 1939 й. — тулы булмаған урта мәктәп, 1972 й. хәҙ. статусын ала. 2009 й. Ш.Бабич исеме бирелә. Китапханаһы, уҡыу оҫтаханаһы, тарих‑тыуған яҡты өйрәнеү музейы, компьютер класы, уҡытыу‑тәж. участкаһы бар. 1930 й. алып мәктәпте 4,7 меңдән ашыу кеше тамамлаған (2012). Уҡыуҙы тамамлаусылар араһында З.Ф.Кәримов, М.Ф.Кәримов, Л.Ф.Кәримова бар.

Р.Н.Ғилманов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина