ӘСӘН, Өфө р‑нындағы ауыл, Ҡармасан а/с ҡарай. Өфөнән Т.‑Көнб. табан 50 км алыҫлыҡта Ҡармасан й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1896 й. — 779 кеше; 1920 — 1038; 1939 — 924; 1959 — 508; 1989 — 353; 2002 — 345; 2010 — 427 кеше. Татарҙар йәшәй (2002).

Ауылға Ҡазан даруғаһы Ҡаршын улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала,1723 й.алып билдәле. 1780 й. керҙәшлек килешеүе б‑са бында мишәрҙәр килеп урынлаша. Аҫаба башҡорт Әсән Бикбауов исеме м‑н аталған, тип фараз ителә. 1795 й. 19 йортта 92 кеше йәшәгән, 1865 й. 83 йортта — 483 кеше. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, уч‑ще, һыу тирмәне булған. 19 б. аҙ. мәсет, бакалея кибете, 3 мөгәзәй теркәлгән.

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев