ЭКОЛОГИЯ СӘЙӘСӘТЕ, дәүләттең тотороҡло үҫешен, халыҡтың тормош сифатын һәм һаулығын яҡшыртыу, биологик төрлөлөктө һаҡлауҙы тәьмин итеү маҡсатында тирә‑яҡ мөхиттең сифатын көйләүгә һәм тәбиғәтте рациональ файҙаланыуға йүнәлтелгән дәүләт органдары һәм йәмәғәт ойошмалары эшмәкәрлеге. Э.с. соц.‑иҡт. үҫеште алдан прогнозлауға, тирә‑яҡ мөхитте һаҡлау б‑са программаларға, экологик мониторинг мәғлүмәттәре анализына нигеҙләнә. Э.с. маҡсаттары РФ Экология доктринаһы м‑н билдәләнә (2002).

Башҡортостан Республикаһында Э.с. РФ Конституцияһына, БР Конституцияһына, федераль закондарға, БР закондарына ярашлы тормошҡа ашырыла (ҡара: Экологик хоҡуҡ). “Башҡортостан Республикаһының экологияһы һәм тәбиғәт ресурстары (2004—2010 йылдарға һәм 2015 йылға тиклем)” респ. маҡсатлы программаһы тормошҡа ашырыла, ул биологик ресурстарҙы, һыу ресурстарын, урман, минераль сеймал ресурстарын һаҡлау һәм етештереү, махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләренә булышлыҡ итеү, тирә‑яҡ мөхиттең сифатын көйләү һ.б. ярҙамсы программаларҙы үҙ эсенә ала. 2008 й. БР‑ҙа Етештереү ҡалдыҡтары м‑н эш итеү һәм ҡулланыу концепцияһы (2012 й. тиклем) хуплана һәм уны ғәмәлгә ашырыу б‑са тәүге сираттағы саралар планы раҫлана. Йыл һайын Башҡортостан Республикаһының тәбиғәт ресурстары һәм тирә‑яҡ мөхиттең торошо т‑да Дәүләт доклады баҫылып сыға.

О.Н.Лаздина

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев