ӘСӘЛЕК ҺӘМ БАЛАЛЫҠТЫ ҺАҠЛАУ, яралғыны антенаталь һаҡлауға, әсә һәм баланың ауырыуҙарын иҫкәртеүгә һәм һаулығын һаҡлауға, балаларҙы тәрбиәләү, физик, интеллектуаль һәм әхлаҡи үҫтереү өсөн шарттар булдырыуға йүнәлтелгән дәүләт һәм йәмәғәт саралары системаһы. Акушерлыҡһәм гинекология, неонатология һәм педиатрия м‑н тығыҙ бәйле. Әсә һәм бала һаулығын һаҡлауҙы ҡалала балалар поликлиникалары һәм дауаханалары, ҡатын‑ҡыҙ консультациялары, бала табыу йорттары һ.б.; ауылда – фельдшер‑акушерлыҡ пункттары, ауыл амбулаториялары, участка, үҙәк район дауаха­налары һ.б. тормошҡа ашыра. Нәҫел ауырыуҙарын иҫкәртеү маҡсатында медицина‑генетика консультацияларында халыҡҡа медицина тикшереүе үткәрелә. Бөтә типтағы мәғариф учреждениеларында дауалау‑иҫкәртеү, һауыҡтырыу һәм тәрбиә саралары; балалар шифахана‑курорт учреждениеларында балаларҙы һауыҡтырыу саралары үткәрелә. Ә.һ.б.һ. хеҙмәте эшмәкәрлегенә БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы етәкселек итә. 20 б. башында Башҡортостанда, башлыса ауыл ерендә, балалар араһында инфекцион ауырыуҙар (туберку­лёз, трахома һ.б.) һәм ашҡаҙан‑эсәк ауырыуҙары киң таралған; 1 йәшкә тиклем сабыйҙар үлеме күрһәткесе 1000 тере тыуған балаға 293,0 бала тәшкил иткән (1913). 1919 й. Өфөлә А.И.Доброхотова етәкс. тәүге балалар дауаханаһы (50 урынлыҡ), 1920 й. балалар инфекцион дауаханаһы (250 урынлыҡ) асыла. Өфөлә бала табыуға ярҙам хеҙмәтенең ойош­тороусыһы һәм етәксеһе башҡорттарҙан беренсе ҡатын‑ҡыҙ табип Р.А.Ҡотлобаева була. 1920—21 йй. респ. тәүге балалар һәм ҡатын‑ҡыҙ консультациялары асыла. 1925 й. БАССР Һаулыҡ һаҡлау ХК ҡарамағында балалар һәм үҫмерҙәр һаулығын һаҡлау бүлеге булдырыла. 1929 й. алып респ. балалар шифахана учреждениелары эшләй. 1932 й. БДМИ (ҡара: Медицина университеты) асылғандан һуң Ә.һ.б.һ. мәсьәләләре б‑са практик һаулыҡ һаҡлауға фәнни‑методик ярҙамды педиатрия, акушерлыҡ һәм гинекология каф. күрһәтә, уларҙың инициативаһы м‑н акушер‑гинекологтар һәм педиатрҙарҙың медицина ғилми йәмғиәттәре булдырыла. 1933 й. алып дифтерияға, 1936 й. башлап туберкулёзға ҡаршы балаларҙы планлы вакцинациялау башлана. 1940 й.респ.88 балалар һәм ҡатын‑ҡыҙ консультацияһы һәм балалар поликлиникаһы (ш. иҫ. 55‑е ауылда) иҫәпләнә. 40‑сы йй. уртаһына сабыйҙар үлеме күрһәткесе респ. 1000 тере тыуған балаға 122,0 балаға тиклем кәмей. 50‑се йй. аҙ. респ. мед. учреждениеларында 2450 бала табыу һәм гинекология, 943 балалар урыны иҫәпләнә. 1961 й.

БДМИ‑ла педиатрия ф‑ты булдырыла. 1972 й. балалар табиптарын әҙерләү һәм камиллаштырыу өсөн БДМУ базаһына әйләнгән Республика балалар клиник дауаханаһы асыла. 70—80‑се йй. йөклө, бала табырға әҙерләнгән һәм бала табыусы ҡатындарға, яңы тыуған балаларға кисектергеһеҙ ярҙам күрһәтеүҙең этаплы системаһы булдырыла; йөрәк‑ҡан тамырҙары ауырыуҙары булған, эндокрин патологиялы, резус‑конфликтлы йөклө ҡатындар өсөн махсус бала табыу йорттары, Респ. клиник дауаханаһы эргәһендә ауылдан килгән ауыр патологиялы йөклө һәм бала табыусы ҡатындар өсөн акушерлыҡ‑гинекология үҙәге асыла. Педиатрия ярҙамы махсуслаша: балалар хирургияһы, урология, неврология, стоматология һ.б. хеҙмәттәр ойошторола. 1992 й. аҙ. респ. мед. учреждениеларында акушерлыҡ һәм гинекология урындары 6467‑гә, балалар өсөн урындар 8177‑гә тиклем арта, 850 акушер‑гинеколог һәм 2025 педиатр эшләй. 90‑сы йй. аҙ. алып респ. (Респ. клиник дауаханаһы базаһында), район‑ара (Өфөнөң 4‑се бала табыу йорто базаһында, Сибай, Стәрлетамаҡ, Октябрьский, Белорет, Нефтекама, Күмертау ҡҡ.) перинаталь үҙәктәре, яңы тыуған балалар өсөн реанимация‑консультация үҙәге м‑н респ. неонаталь үҙәге (Респ. балалар клиник дауаханаһы базаһында) эше ойошторола. 1999 й. алып БР‑ҙа яралғының тыумыштан һәм нәҫелдән килгән патологияһын мониторингылау индерелә. 2008 й. БР‑ҙа Ә.һ.б.һ. хеҙмәте учреждениелары Респ. балалар клиник дауаханаһы, Респ. перинаталь үҙәге, Респ. клиник дауаханаһы (акушерлыҡ бүлеге), 6 бала табыу йорто, 5 балалар дауаханаһы, 56 ҡала һәм үҙәк район дауаханалары (балалар һәм акушерлыҡ бүлектәре), 8 балалар поликлиникаһы, 4 балалар стоматология поликлиникаһы, ҡала, үҙәк район һәм ауыл дауаханаларындағы 169 балалар поликлиникаһы бүлеге һәм кабинеты, 58 ғаиләне планлаштырыу кабинеты, 35 ҡатын‑ҡыҙ консультацияһы, 108 акушерлыҡ‑гинекология кабинеты, 19 балалар шифаханаһы һәм балалар м‑н ата‑әсәләр өсөн шифаханалар, 4 балалар йортонан һ.б. тора. Ә.һ.б.һ. проблемалары б‑са халыҡҡа махсус мед.ярҙамы күрһәтеү өсөн БР‑ҙа акушерлыҡ‑гинекология (Респ. клиник дауаханаһында) һәм балалар өсөн реанимация‑консультация һ.б. медицина үҙәктәре эшләй. 2007 й. тәүлек әйләнәһенә эшләгән 5047 балалар өсөн стационар урын, балаларға көндөҙ дауаланыу өсөн 1610 урын, 4124 акушерлыҡ‑гинекология урыны; 986 аку­шер‑гинеколог, 1702 педиатр һәм неонатолог иҫәпләнә. Сабыйҙар үлеме күрһәткесе 1000 яңы тыуған балаға 9,8 бала тәшкил итә (2007). БР‑ҙа “Башҡортостан Республикаһында ғаиләне, әсәлекте, атайлыҡты һәм балалыҡты һаҡлау тураһында” (1993) законы эшләй, “Әсә һәм бала” (2007—11), “Кохлеар имплантация” (2008—10) президент программалары, “Сәләмәт бала” (2004—08),“Башҡортостан Республикаһы балалары” (2006—10) һ.б. респ. программалары тормошҡа ашырыла. БР‑ҙа 1998 йыл Ғаилә йылы, 1999 й. – Бала йылы, 2001 й. – Әсә йылы, 2008 й. Ғаиләгә социаль ярҙам йылы тип иғлан ителә. Шулай уҡ ҡара: Һаулыҡ һаҡлау.

Әҙәб.: Становление и развитие охраны материнства и детства в Башкирии /С.Е. Беляев [и др.] //Здравоохранение Башкортостана. 1995, № 2—3.

Х.Ш.Абдуллина, А.Т.Байтурина, Н.Н.Глебова, Т.К.Макарова

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина