ЭКОЛОГИЯ (гр. oikos — йорт, торлаҡ, урынлашҡан ер һәм ...логия), организмдарҙың, улар булдырған төркөмдәрҙең үҙ‑ара һәм тирә‑яҡ мөхит м‑н бәйләнеше т‑да фәндәр комплексы. Э. термины Э.Геккель тарафынан тәҡдим ителә (1866). 20 б. 1‑се ярт. Э. төп ҡағиҙәләре формалаша: төрҙәрҙең мөхит шарттарына адаптацияһы, йәшәү стратегиялары, организмдар араһында үҙ‑ара мөнәсәбәттәр (конкуренция, мутуализм, эксплуатация һ.б.), экологик нишалар, популяциялар, функциональ структура, энергия ағымдары, экосистемаларҙың төрлөлөгө, экологик сукцессиялар, биосфералар. 20 б. аҙ. экосистемаларҙа биологик төрлөлөк кәмеүен һәм химик бысраныуҙы барлыҡҡа килтергән тәбиғәт һәм кеше бәйләнеше Э. төп объекты булып китә. Э. бүлектәре: дөйөм (организмдарҙың, популяцияларҙың, экосистемаларҙың мөхит шарттары м‑н мөнәсәбәттәрен һәм биосферала матдәләр әйләнешен тикшерә), ғәмәли (агроэкология, геоэкология, химик экология һ.б.), социаль экология.

Башҡортостанда агроэкология проблемаларын өйрәнеүгә Б.М.Миркин, Ә.Х.Моҡатанов, Ф.Х.Хәзиев һ.б.; химик Э. — Г.Ғ.Йәғәфәрова, В.И.Сафарова, М.Ғ.Сәфәров һ.б.; тәбиғәтте һаҡлау — С.В.Кириков, Е.В.Кучеров, В.Б.Мартыненко, А.Ә.Мулдашев, С.С.Хәйретдинов һ.б.; урман Э. — А.А.Кулагин, А.Ю.Кулагин, Ю.З.Кулагин,

Ә.Ф.Хәйретдинов һ.б.; тышҡы мөхит факторҙарының халыҡ һаулығына тәьҫир итеү — Л.М.Карамова, Л.Ҡ.Кәримова, Р.Ә.Сөләймәнов һ.б.; тирә‑яҡ мөхиттең экотоксиканттар м‑н бысраныу эҙемтәләрен — И.М.Ғәббәсова, Э.А.Круглов, З.Ҡ.Әмирова һ.б.; экологик мониторинг өлкәһендәге тикшеренеүҙәргә Н.Г.Ҡурамшина, В.Н.Майстренко, Ф.Ф.Хизбуллин һ.б. хеҙмәттәре арналған.

БДУ‑ла, ӨДНТУ‑ла, ӨДАТУ‑ла, БДПУ‑ла һ.б. Э. һәм экологик хәүефһеҙлек каф., БДМУ‑ла Э. м‑н дөйөм гигиена каф. эшләй. Шулай уҡ ҡара: Экологик хәүефһеҙлек.

Б.М.Миркин

Тәрж. Г.А.Миһранова