ӘСӘҘУЛЛИНДАР, цирк артистары ғаиләһе, акробаттар. Дамир Фәхретдин улы Ә. (2.1.1953, БАССР‑ҙың Архангел р‑ны Оҙондар а.). РФ‑тың атҡ. артисы (1997), БАССР‑ҙың халыҡ (1984) һәм атҡ. (1979) артисы. Өфө циркы эргәһендәге Башҡорт цирк студияһын тамамлағандан һуң (1973) Башҡорт цирк коллективы, 1993—2012 йй. Вернадский проспектындағы Ҙур Мәскәү циркы артисы. 1973 й. алып “Юғарыға сөйә торған таҡталар менән һикереүсе акробаттар” төркөм номерында эшләй (1993—2012 йй. етәксеһе була), оҙон ағас аяҡтарҙа икеләтә сальто‑мортале башҡара. Халыҡ‑ара цирк сәнғәте конкурсы лауреаты (Монте‑Карло ҡ., Монако, 1994, “Көмөш клоун” пр.). Миңһылыу Ғәйнислам ҡыҙы Ә. (2.4.1953, Өфө). БАССР‑ҙың атҡ. артисы (1987). Башҡорт цирк студияһын тамамлағандан һуң (1973) Башҡорт цирк коллективы, 1993—2012 йй. Вернадский проспектындағы Ҙур Мәскәү циркы артисы. “Ике ҡатлы сымда эквилибриссылар” һәм “Аттарҙа паде‑труа” номерҙарында, 1988—2012 йй. “Юғарыға сөйә торған таҡталар менән һикереүсе акробаттар” номерында эшләй. Рөстәм Дамир улы Ә. (9.8.1983, Өфө). 1987 й. башлап ата‑әсәһе м‑н сығыш яһай, 2012 й. алып “Юғарыға сөйә торған таҡталар менән һикереүсе акробаттар” һәм “Параллель урыҫ таяҡтарындағы акробаттар” номерҙары етәксеһе. 2013 й. башлап Рәсәй дәүләт цирк компанияһында эшләй, 2015 й. алып донъяның төрлө цирктары, 2017 й. — “Cirque du Soleil” (“Ҡояш циркы”) Канада циркы м‑н хеҙмәттәшлек итә. Ә. Рәсәй буйлап һәм донъяның 15 илендә гастролдәрҙә була, ш. иҫ. Ағалы‑ҡустылы Ринглингтар, Барнум һәм Бейлиҙың берләшкән циркында сығыш яһай (АҠШ, 2010—12). Халыҡ‑ара цирк сәнғәте конкурстары (Энсхеде ҡ., Нидерланд, 2003, бронза миҙал; Бухарест, 2007, көмөш миҙал; Гренобль ҡ., Франция, 2008, алтын миҙал) һәм цирк сәнғәте фестивале (Амстердам, 2001) лауреаты.

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов