БАЙМӨХӘМӘТОВ Казбек Сәғит улы (31.3.1931, БАССР‑ҙың Ҡыйғы р‑ны Үрге Ҡыйғы а. — 4.6.2014, Өфө), нефтсе‑геолог. Геол.-минералогия ф. д‑ры (1989). РФ Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡ. хеҙм‑ре (1996), БАССР-ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1982), СССР‑ҙың нефть сығарыу сәнәғәте отличнигы (1981) һәм почётлы нефтсеһе (1991). И.М.Губкин ис. Мәскәү нефть ин‑тын тамамлағандан һуң (1953) “Туймазанефть” НГДУ‑ында эшләй, 1966 й. алып “Башнефть” ПБ‑ның бүлек нач., баш геологы, бер үк ваҡытта нач. урынбаҫары. 1973—2007 йй. Башҡ‑н нефть ғилми-тикшеренеү һәм проект ин‑тының бүлек мөдире. Фәнни тикшеренеүҙәре нефть геологияһы, нефть һәм газ запастарын иҫәпләү, нефть ятҡылыҡтарын үҙләштереү проблемаларына арналған. 20‑нән ашыу нефть һәм газ ятҡылығын (Борай, Раевка, Сатай һ.б.) асыуҙа ҡатнаша. 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Окт. Революцияһы (1986), “Почёт Билдәһе” (1971) орд. м‑н бүләкләнгән.

Х е ҙ м.: Геология и разработка крупнейших уникальных нефтяных и нефтегазовых месторождений России. М., 1996 (авторҙ.); Геологическое строение и разработка нефтяных и газовых месторождений Башкортостана. Уфа, 1997 (авторҙ.); Геологическое строение и разработка Арланского нефтяного месторождения. Уфа 1997 (авторҙ.).

 

М.Ғ.Моталов

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика