ЭКОЛОГИК ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК, 1) тәбиғи мөхиттең һәм кеше ғүмере өсөн мөһим мәнфәғәттәрҙең хужалыҡ һ.б. эшмәкәрлектең кире йоғонтоһонан, тәбиғи һәм техноген характерҙағы ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән, уларҙың эҙемтәләренән һаҡланған булыуы; 2) Ерҙәге экологик балансты тәьмин итеүгә йүнәлтелгән сәйәси, хоҡуҡи, иҡт., технологик һ.б. саралар системаһы. Тирә‑яҡ мөхиттең торошон контролдә тотоуҙы, экологик кризистарҙы һәм техноген һәләкәттәрҙе булдырмауҙы тәьмин иткән саралар эшләү һәм үткәреүҙе үҙ эсенә ала. Экологик хәүефтәргә биологик бысратыу, химик бысраныу, тирә‑яҡ мөхиттең физик бысраныуы һ.б. инә. Э.х. тәьмин итеү саралары сәнәғәт ҡалдыҡтарының күләмен кәметеүҙе, уларҙы утилләштереүҙе, хәүефһеҙ урынлаштырыуҙы, күмеүҙе һәм зарарһыҙландырыуҙы, ағынты һыуҙарҙы таҙартыуҙы, антропоген ташландыҡтарҙы тотоп алыуҙы һәм зарарһыҙландырыуҙы, экологик яҡтан хәүефһеҙ һәм ҡалдыҡһыҙ технологияларҙы, яңыра торған энергия сығанаҡтарын ҡулланыуҙы һ.б. күҙ уңында тота. Тирә‑яҡ мөхитте һаҡлау маҡсатында экологик контроль, пр‑тиеларға экспертиза һәм аудит үткәреү, продукцияны сертификациялау һ.б. уҙғарыла. Тирә‑яҡ мөхиттең бысраныуы кимәлен сикләгән дәүләт нормативтары эшләнгән.

Башҡортостанда экологик проблемаларҙы хәл итеү маҡсатында 1992 й. Башҡ‑н респ. ғилми‑тикшеренеү экология үҙәге, 1993 й. ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм бөтөрөү өсөн — Йәшәйеш хәүефһеҙлеге институты асыла. Нефтехимия эшкәртеү институтында һәм Нефть техник университетында нефть шламдарын һ.б. сәнәғәт ҡалдыҡтарын утилләш­тереү өлкәһендә тикшеренеүҙәр үткәрелә. Биология институтында, БДУ‑ла, ӨДНТУ‑ла үҫемлектәрҙе һаҡлау, тупраҡтың уңдырышлығын арттырыу, тупраҡты, һыуҙы химик һәм нефть продукттарынан таҙартыу өсөн экологик яҡтан хәүефһеҙ биологик препараттар уйлап табыла. БДУ‑ла, ӨДАТУ‑ла, ӨДНТУ‑ла һ.б. вуздарҙа экология, сәнәғәт һәм Э.х. проблемалары махсус каф. өйрәнелә. “Башҡортостан Республикаһының экологик хәүефһеҙлеге” (1996—2000, 2001—05) комплекслы программаһына ярашлы таҙартыу ҡоролмалары, газ таҙартыу ҡулайламалары төҙөлә һәм яңыртыла; пр‑тиеларҙа экологик контроль индерелә, экологик мониторингының берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы һ.б. эшләнә. 1997 й. алып респ. этилирланған бензин һәм көкөрт массаһы 0,2%‑тан күберәк булған дизель яғыулығы ҡулланылмай, 2004 й. — альтернатив мотор яғыулығы сифатында тәбиғи һәм шыйыҡ­ландырылған газды файҙаланыуҙы киңәйтеү б‑са саралар үткәрелә. 2007 й. башлап респ. нефть эшкәртеү з‑дтары халыҡ‑ара экологик стандарттарға ярашлы мотор яғыулығы етештерә. 2004 й. алып “Экология һәм Башҡортостан Республикаһының тәбиғи ресурстары (2004— 2010 йылдарға һәм 2015 йылға тиклем)” респ. маҡсатлы программаһы тормошҡа ашырыла. 2008 й. башлап “Экологик хәүефһеҙлек буйынса иң яҡшы белгес” респ. конкурсы үткәрелә.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов