ӘСӘҘУЛЛИН Рәмил Миҙхәт улы (11.11.1954, Өфө), математик. Физика‑матем. ф. д‑ры (2000). БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2004), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2007). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1977) шунда уҡ эшләй. 1999—2014 йй. БДПУ‑ла программалау һәм хисаплау математикаһы каф. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге ҡат­марлы химик реакциялар кинетикаһының математик моделдәрен әҙерләүгә арналған. Ә. тарафынан стационар булмаған шарттарҙа барған химик реакциялар кинетикаһы моделдәре өсөн кире мәсьәләләрҙең сиселештәрен анализлау ысулдары һәм алгоритмдары эшләнә, ш. уҡ углеводородтарҙың окисланыу реакцияларының механизмдарын тикшереү б‑са бер нисә ғәмәли мәсьәлә хәл ителә. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: О числе решений обратной задачи нестационарной химической кинетики Теоретические основы химической технологии. 1998. Т.32. №1; Алгоритмизация построения первых интегралов и корректность их использования для систем ОДУ типа химической кинетики //Вестник Башкирского университета. 2012. Т.17. №1 (авторҙ.).

С.И.Спивак

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов