ӘСХӘДУЛЛИН Фидус Фәйез улы (12.12.1941, БАССР‑ҙың Яңауыл р‑ны Сулпан а.), Соц. Хеҙмәт Геройы (1977). Почётлы полярник (1977). 1964—2004 йй. Мурманск диңгеҙ пароходсылығында эшләй: “Ленин” атом боҙватҡысында трюм машинисы уҡыусыһы, машинисы, пар етештергән атом ҡоролмаларын хеҙмәтләндереү б‑са мастер, “Арктика” (1973 й. алып) һәм “Таймыр” (1990 й. алып) атом боҙватҡыстарында өлкән мастер. “Арктика” атом боҙватҡысын төҙөүҙә, 1977 й. авг. Төньяҡ полюс районына фәнни‑ғәмәли эксперименталь рейсты әҙерләүҙә һәм тормошҡа ашырыуҙа ҡатнаша. Ленин орд. м‑н бүләкләнгән (1977). Яңауыл р‑ны Иҫке Көйөк а. урам Ә. исеме м‑н аталған.

И.Ғәримова

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов