ЭКОЛОГИК ХОҠУҠ, тирә‑яҡ мөхитте һаҡлауҙа һәм тәбиғәт ресурстарын рациональ файҙаланыуҙа ижт. мөнәсәбәттәрҙе көйләгән юридик нормаларҙы үҙ эсенә алған хоҡуҡ тармағы. Э.х. составына административ хоҡуҡ, ер хоҡуғы, граждандар һәм енәйәт хоҡуғы һ.б. нормалар инә. Рәсәйҙә үҙ аллы тармаҡ булараҡ Э.х. 20 б. 80‑се йй. аҙ. — 90‑сы йй. башында бүленә.

Башҡортостандың тәбиғәт ресурстарын һаҡлау һәм рациональ файҙаланыу өлкәһендә тәүге закондар урмандарҙы һаҡлауға (ҡара: Урман хоҡуғы) бәйле була. БР‑ҙа Э.х. нормалары РФ Конституцияһы, БР Конституцияһы, БР Экологик кодексы (1992), Граждандар һаулығын һаҡлау т‑да БР кодексы (1993), “Тирә‑яҡ мөхитте һаҡлау тураһында” федераль закон (2001), “Башҡортостан Республикаһында махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре тураһында” (1995), “Хайуандар донъяһы тураһында” (1996), “Етештереү һәм ҡулланыу ҡалдыҡтары тураһында” (1998), “Башҡортостан Республикаһында сәнәғәт сәйәсәте тураһында” (1999), “Үҫемлектәр донъяһы тураһында”, “Экологик мониторинг тураһында” (икеһе лә — 2000), “Башҡортостан Республикаһында һунар һәм һунар ресурстарын һаҡлау тураһында” (2010) һ.б. БР закондары м‑н көйләнә.

Тәрж. М.Х.Хужин