ЭКОЛОГИК МОНИТОРИНГ, кешенең хужалыҡ эшмәкәрлеге йоғонтоһонда тирә‑яҡ мөхит, биологик ресурстар, халыҡ һаулығы торошондағы үҙгәрештәрҙе даими күҙәтеүҙәр системаһы. Э.м. төп мәсьәләләре: тирә‑яҡ мөхиткә тәьҫир иткән факторҙарҙы асыҡлау, уның торошон баһалау һәм ундағы үҙгәрештәрҙе, техноген һәләкәттәр килеп сығыу ихтималлығын һәм уларҙың эҙемтәләрен күҙаллау. Күҙәтеүҙәр зонаһына ингән терр‑яларға бәйле глобаль, милли, төбәк, урындағы Э.м.; тикшерелгән факторҙарға бәйле — химик, биол., радиоактив бысраныуҙың һ.б., ш. уҡ йыһандағы һәм ер өҫтөндәге Э.м.; тәғәйенләнеше б‑са фон, йәки база, һәм импакт Э.м. айырыла. БР‑ҙа фон Э.м. Башҡорт ҡурсаулығында, Көньяҡ Урал ҡурсаулығында һәм хужалыҡ эшмәкәрлеге булмаған башҡа терр‑яларҙа алып барыла. Импакт Э.м. экологик ситуация насар булған терр‑яларҙа тормошҡа ашырыла. Биол. Э.м. биологик индикация б‑са тикшереүҙе, флора һәм фауна, Ҡыҙыл китаптарға индерелгән үҫемлектәрҙең һирәк төрҙәре һәм хайуандарҙың һирәк төрҙәре торошон өйрәнеүҙе һ.б. үҙ эсенә ала. Соц.‑гигиеник Э.м. Хеҙмәт медицинаһы һәм кеше экологияһы институтында, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе күҙаллау б‑са Э.м., эре сәнәғәт пр‑тиелары ташландыҡтарының Э.м. — Йәшәйеш хәүефһеҙлеге институтында, а.х. ерҙәренең Э.м. — БР А.х. министрлығының Ер төҙөлөшө б‑са идаралығында, диоксиндарҙың Э.м. Экология үҙәгендә алып барыла. Э.м. БР‑ҙың “Экологик мониторинг тураһында” законы (2000) м‑н көйләнә. Э.м. б‑са материалдарҙы йыйыуҙы, иҫәпкә алыуҙы координациялау һәм анализлау м‑н гидрометеорология хеҙмәте һәм БР Тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министрлығының Дәүләт аналитик контроль идаралығы шөғөлләнә. “БР экологияһы һәм тәбиғәт ресурстары” респ. программаһы (2004—10) һәм уның “Тирә‑яҡ мөхит һәм тәбиғәт ресурстары мониторингы” программа өлөштәре сиктәрендә Э.м. объекттарының Дәүләт реестрын алып барыу, берҙәм мәғлүмәт селтәре, пр‑тиеларҙа экология хеҙмәттәре ойоштороу һ.б. тормошҡа ашырыла. Шулай уҡ ҡара: Тирә‑яҡ мөхитте һаҡлау.

В.Н.Майстренко, Б.М.Миркин

Тәрж. Г.А.Миһранова