ӘСФӘТУЛЛИН Салауат Ғәзим улы (21.6.1952, БАССР‑ҙың Ауырғазы р‑ны Талбазы а.), яҙыусы, журналист. Калуга өлк. атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (2012).РФ Журналистар союзы(1998), Яҙыусылар союзы (2007) ағзаһы. ӨНИ‑не (1975), Бөтә Рәсәй ситтән тороп уҡыу финанс‑иҡт. ин‑тын (Калуга ҡ., 1996) тамамлаған. 1976—97 йй. БР‑ҙың һәм Калуга өлк. нефть, газ сәнәғәте һәм төҙөлөш комплексы пр‑тиеларында эшләй. 1999 й. алып “Российская Федерация сегодня” (“Рәсәй Федерацияһы бөгөн”) ж. Калуга өлк. б‑са үҙ хәбәрсеһе. 230‑ға яҡын публикация, күп кенә әҙәби портреттар (С.Ю.Куняев, М.Кәрим һ.б.), очерктар, ш. уҡ элегерәк билдәле булмаған документтарға һәм карталарға нигеҙләнеп яҙылған “1812 йылғы Ватан һуғышында төньяҡ амурҙары” (“Северные амуры в Отечественной войне 1812 года”; 2000) китабы һ.б. авторы.

Х е ҙ м.: Коран и Библии: единство гуманизма. Калуга, 2004; Братство по оружию. 1812 год. Уфа, 2007; Экономическая безопасность страны. Уфа, 2008.

 Р.З.Шәкүров

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов