ӘСФӘНДИӘРОВ Әнүәр Закир улы (15.5.1934, БАССР‑ҙың Баймаҡ р‑ны Сыңғыҙ а. — 4.2.2014, Өфө), тарихсы. Тарих ф. канд. (1970). БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1985), СССР юғары мәктәбе отличнигы (1984). МДУ‑ны тамамлағандан һуң (1958) 1‑се Башҡорт респ. мәктәп‑интернатында (Өфө), 1968 й. алып ТТӘИ‑лә, 1974 й. башлап БДУ‑ла эшләй. Фәнни тикшеренеүҙәре 18—19 бб. Башҡортостандың сәйәси һәм соц.‑иҡт. тарихына, башҡорттарҙың, мишәрҙәрҙең, типтәрҙәрҙең һ.б. хәрби хеҙмәтенә, идара итеүҙең кантон системаһына, башҡорттарҙың ғаилә һәм никах мәсьәләләренә арналған. Ә. тарафынан Башҡортостан ауылдары тарихы б‑са архив материалдары йыйылған һәм системалаштырылған. “Һеҙ минең ҡәҙерлеләрем” (“Любезные вы мои...”; 1992), “1795— 1917 йй. халыҡ иҫәбен алыу буйынса көнбайыш башҡорттары” (“Западные башкиры по переписям 1795—1917 гг.”; 2001) һ.б. йыйынтыҡтарҙы төҙөүселәрҙең береһе, “Башҡорттарҙың хәрби тарихы” (“Военная история башкир”; 2012) энциклопедияһының баш мөхәррире. 400‑гә яҡын фәнни хеҙмәт, ш. иҫ. 23 китап һәм монография, авторы. БР‑ҙың фән һәм техника өлк. Дәүләт пр. (2007), Ә.Вәлидов ис. (1997) һәм В.П.Бирюков ис. (1994) пр. лауреаты. Халыҡтар дуҫлығы (2009), Салауат Юлаев (2004) орд. м‑н бүләкләнгән.

Х е ҙ м.: Олатайҙарҙың бар тарихы... Өфө, 2005; Башкирская семья в прошлом (XVIII— первая половина XIX в.). Уфа, 1997; Кантонное управление в Башкирии (1798—1865 гг.). Уфа, 2005; Башкирские тарханы. Уфа, 2006; История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа, 2009.

Г.Т.Хөсәйенова

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев