ӘСФӘНДИӘРОВ Закир Лотфрахман улы [20.12.1918, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Үтәк а. (БР‑ҙың Ғафури р‑ны) — 4.1.1977, Ҡаҙаҡ ССР‑ының Көнсығыш Коунрадский ҡсб], Советтар Союзы Геройы (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1939 й. алып Совет Армияһында. 1941 й. сент. башлап Брянск, Воронеж һәм 1‑се Украина фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 8‑се гвардия танкыға ҡаршы истребитель артиллерия бригадаһы 322‑се гвардия танкыға ҡаршы истребитель артиллерия полкының орудие ком. гвардия өлкән сержанты Ә. 1944 й. 25 ғин. Украина ССР‑ының Цыбулев а. тирәһендә барған алышта күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. 1947 й. демобилизациялана. 1947—74 йй. Көньяҡ‑Көнсығыш тау‑химия комб‑тында (Балхаш ҡ.), Көнсығыш Коунрадский руднигында эшләй. Ленин (1944), Ҡыҙыл Байраҡ(1943), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1945), Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) орд. м‑н бүләкләнгән.

Әҙәб.: М э р г э н К. Слава воина //Славные сыны Башкирии. Кн.2. Уфа, 1966.

И.Ғәримова

Тәрж. М.Х.Хужин