ЭКЗОГАМИЯ (гр. еxo — тышҡы һәм gаmos — никах), туғандаш ғаиләләр төркөмө, ырыу бүленеше, ырыу ағзалары араһында никахты тыйыу. Башҡорттарҙа традицион йола, эн­догамия м‑н йәнәш килә. Башҡорттарҙың ырыу‑ҡәбилә ҡоролошо тарҡалғандан һуң Э. атай яғынан етенсе быуынға, һуңынан дүртенсе быуынға тиклем тарала башлай. Һуңғы быуын вариҫтары араһында никах тыйылмаған, сөнки улар ҡан туған иҫәпләнмәгән. Экзогамия никахы йола хоҡуғы, ислам ҡабул ителгәндән һуң шәриғәт нормалары м‑н көйләнгән.

Әҙәб.: Асфандияров А.З. Башкирия после вхождения в состав России (вторая половина XVI — первая половина XIX в.). Уфа, 2006.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. М.Х.Хужин