ӘСЕЛЕ ЯРУСЫ, пермь системаһының (ҡара: Пермь) аҫҡы бүлексәһе. Гжель ярусында ята, һаҡмар ярусы м‑н ҡаплана. В.Е.Руженцев тарафынан Көньяҡ Урал янындағы Әселе й. (Оло Эйек й. ҡушылдығы) буйында айырыпкүрһәтелә(1954). Стратотибы конгломераттарҙан тора, өҫкө өлөшөндә органоген‑киҫәкле һәм афанитлы эзбизташтар ҡатыш ҡомташ‑балсыҡлы тоҡомдарҙан ғибәрәт; ҡалынлығы яҡынса 500 м. Фораминифералар, брахиоподалар, бүздәктәр, мәрйендәр һ.б. хас. Һалҡын үҙән һәм шихан горизонттарына бүленә. Башҡортостан терр‑яһында Ә.я. киҫелештең 4 тибынан тора. Флиш тибы Йүрүҙән‑Әй уйпатлығының көнсығыш борты буйлап таралған; ҡалынлығы 950—1000 м. Депрессия тибы Урал алды бөгөлөнөң үҙәк өлөшөн биләй, ҡалынлығы яҡынса 35 м. Ултырмалары ер өҫтөнә Архангел р‑нында Аҫҡын а. янындағы Ағиҙел, Һәләүек, Аҫҡын йй. һәм Тирәкле а. эргәһендәге Баҫыу й., Ғафури р‑нында “Красноусол” шифаханаһы янындағы Тоҙйылға й., Салауат р‑нында Лаҡлы а. эргәһендәге Әй й. буйында сыға. Ҡалынлығы 200—500 м булған риф тибы һәм ҡалынлығы 100—300 м булған ҡатлаулы эзбизташтар Урал алды бөгөлөнөң көнбайыш борты буйлап күҙәтелә.

Әҙәб.: Әртә ярусы мәҡ. ҡарағыҙ.

Е.И.Кулагина

Тәрж. Э.М.Юлбарисов