ЭКЗЕМА (гр. ekzema— тән тиреһе сабыртмаһы), т и м е р ә ү, тән тиреһенең хроник шешеү ауырыуы, уға сабыртма һәм ҡысытыу хас. Балалар Э., ысын, микроблы, һөнәри һәм себореялы Э. айырыла. Ауырыуҙың башланып китеүенә аллергик реакцияларға нәҫелдән килгән бирешеүсәнлек, тиренең төрлө ҡуҙғытҡыстарға юғары һиҙеүсәнлеге, нервы системаһының функциональ боҙолоуҙары, эске ағзалар ауырыуҙары һ.б. булышлыҡ итә. Э. төп симптомдары: киҫкен — бөртөклө‑везикулёз сабыртма, тиренең ҡыҙарыуы һәм көслө ҡысытыу; киҫкенгә яҡын — тән тиреһе ҡауаҡланыу һәм тиреләге һырҙарҙың баҙыҡланыуы; хроник — зарарланған тире өлөшөнөң тығыҙланыуы. Диагностика өсөн клиник, лаб. (биохимик һәм иммунологик) тикшереү мәғлүмәттәре ҡулланыла. Дауалау медикаментоз, диетотерапия, физиотерапия һәм шифахана‑курорттарға барыу һ.б. Ихтимал булған өҙлөгөү — икенсел эренле инфекция. Иҫкәртеү: хроник инфекция сығанаҡтарын һауыҡтырыу һ.б. Башҡортостанда 100 мең кешегә Э. м‑н ауырығандар түбәндәгесә теркәл­гән: 2005 й. — 660; 2007 — 670; 2009 — 745 кеше. 20 б. 30‑сы йй. уртаһынан Башҡ‑н тире‑венерология ҒТИ‑нда (ҡара: Тире‑венерология диспансеры) һәм БДМИ‑ла (ҡара: Медицина университеты) һөнәри дерматоздар (М.Т.Бриль, А.И.Годорожи, М.М. Кузнец һ.б.) өйрәнелә, 40‑сы йй. ҡысытмалы дерматоздарҙы дауалау ысулдары эшләнә (Р.Э.Вевер, Кузнец, Г.С.Максимов, Г.Э.Шинский һ.б.). 50—80‑се йй. БДМИ‑ла, Өфө гигиена һәм һөнәри ауырыуҙар ҒТИ‑нда (ҡара: Хеҙмәт медицинаһы һәм кеше экологияһы институты) төрлө тире ауырыуҙары ваҡытында витаминдарҙың тәьҫире (Е.А.Кадысева), Э. м‑н ауырығандарҙы дауалау өсөн “Красноусол” шифаханаһының бальнеологик факторҙарын файҙаланыу һөҙөмтәлелеге өйрәнелә (М.М.Ғафаров), Э. ретиноид препараттар м‑н дауалау ысулдары эшләнә (Максимов, Е.А.Михайлова, В.М.Сидоров һ.б.), ҡысытмалы һәм һөнәри дерматоздарҙың патогенезы өйрәнелә һәм дауалау ысулдары камиллаштырыла (Л.И.Бикбулатова, Ә.Ә.Ҡормаева, Г.И.Суколин һ.б.). 90‑сы йй. башлап Э. диагностикалау һәм дауалау ысулдарын камиллаштырыу б‑са тикшеренеүҙәр алып барыла (Ғафаров, З.Р.Хисмәтуллина һ.б.).

М.М.Ғафаров

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина