ЭКАДА 70, йомшаҡ яҙғы бойҙай сорты. 2006 й. В.В.Сюков (Һамар а.х. ҒТИ), В.Г.Захаров (Ульяновск а.х. ҒТИ), В.Г.Кривобочек (Пенза а.х. ҒТИ), В.И.Никонов (БНИИСХ) тарафынан Волжанка, Hia 21677 һәм Лютесценс 9 сорттарын һеркәләндереп яһалған гибрид популяциянан индивидуаль һайлап алыу ысулы м‑н сығарыла. Сорт Волга урман‑дала агроэкологик төркөмөнә ҡарай. Һабағының бейеклеге 80—115 см. Башағы аҡ төҫтә, төкһөҙ, цилиндр һымаҡ, уртаса оҙонлоҡта (10—12 см) һәм тығыҙлыҡта. Орлоғо ҡыҙыл, йомортҡа формаһында. 1000 орлоғоноң ауырлығы 35—42 г. Аҡһым миҡдары 12,4—14,5%, елемсә — 27—29%. Йығылыуға, ҡаты торонға, ҡоролоҡҡа сыҙамлы, онло ысыҡ м‑н һирәк зарарлана. Вегетация осоро 80—95 көн. БР б‑са уртаса уңдырышлылығы 30,2 ц/га (2005—07), макс. — 49,7 ц/га (Әбйәлил сорт һынау участкаһы, 2006). Волга‑Вятка, Урта Волга, Урал төбәктәре б‑са ҡулланылышҡа 2007 й. индерелгән. Көньяҡ урман‑дала зонаһында һәм Урал алды дала зонаһында үҫтерелә.

В.И.Никонов

Тәрж. Г.А.Миһранова