БАШКИРСКИЙ КРАСАВЕЦ, алмағас сорты. 1928 й. В.П.Стреляев, Р.И.Болотина тарафынан помологик терәк пунктында (ҡара: Кушнаренко тәжрибә‑производство хужалығы) сығарылған. Уртаса бейеклектәге ағас, сатыры йомро, тармаҡлы, төп ботаҡтары һирәк урынлашҡан. Үрендеһе уртаса йыуанлыҡта, ҡараһыу көрән төҫтә, төклө. Япрағы уртаса ҙурлыҡта, киң йәки оҙонса йомортҡа формаһында. Емеше уртаса ҙурлыҡта, ауырлығы 80—90 г, йомро конус формаһында. Төҫө йәшкелт һары, емешенең күпселек өлөшөндә тигеҙһеҙ алһыулыҡ һәм өҙөк‑өҙөк сағыу ҡыҙыл һыҙыҡтар һәм һыҙаттар бар. Ҡабығы балауыҙ ҡунығы м‑н, ҡалын. Итсәһе йәшкелт аҡ төҫтә, һутлы, ваҡ ярмалы, тәме әскелтем‑сөсө. Өлгөрөү ваҡыты: йыйыу өсөн — сент. башы, ҡулланыу өсөн — окт. алып февр. тиклем. Ҡоро матдә миҡдары 12,1%, шәкәр — 12,4%, С витамины — 11,9 мг%. Сорт ҡышҡа сыҙамлы. Уртаса уңдырышлылығы 105 ц/га (Кушнаренко тәжрибә‑производство хужалығы, 1996—2000). БАССР б‑са 1948 й. ҡулланылышҡа индерелгән, бөтә ауыл хужалығы зоналарында үҫтерелә.

Г.Ә.Мансуров

Тәрж. М.Н.Моратшина

Текст на русском языке

 

Яндекс.Метрика