ӘРҮӘК‑РӘЗ, Рәз ташы, тау түбәһе, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы Уралтау һыртының иң юғары урыны. Белорет ҡ. көньяҡҡа табан 20 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Абс. бейеклеге — 1068 м, оҙонлоғо — яҡынса 4,5 км, киңлеге — 6 км. Формаһы конус рәүешле. Рельефы ҡатмарлы, битләүҙәре текә; төньяҡ‑көнбайыш өлөшө күп һанлы тәрән уйһыулыҡтар м‑н йырғыланған. Өҫкө рифейға ҡараған мазарин (мусковит‑хлорит‑кварцлы һәүерташтар) һәм әрүәк (гравелиттар, кварциттар, конгломераттар, мусковит‑хлорит‑кварцлы һәүерташ­тар) свиталарының тоҡомдарынан ғибәрәт. Ә.‑Р. геол. киҫелеш әрүәк свитаһының стратотибы булып тора. Итәктәрендә Рәз һәм Әрүәк йй. (Ағиҙел й. басс.) башлана. Итәктәренең ландшафы төрлө үләндәр үҫкән дымлы болондарҙан, өҫтәрәк асыҡ ылыҫлы тайганан ғибәрәт.

И.М.Япаров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов