ЭЙӘЛЕК КАТЕГОРИЯҺЫ, ниндәй ҙә булһа бер затҡа йәки предметҡа мөнәсәбәт аша объектты белдергән грамматик категория.

Башҡорт телендә Э.к. исем, алмаш, ш. уҡ исем ҡылым һәм сифат ҡылым (ҡара: Ҡылым) өсөн хас. Төп белдереү саралары булып зат һәм һан күрһәткестәре м‑н берләштерелгән аффикстар тора: 1‑се зат берлектә ‑м, күплектә ‑быҙ, мәҫ., “балам” (минең балам), “балабыҙ” (беҙҙең балабыҙ); 2‑се зат берлектә ‑ң, күплектә ‑ғыҙ: “дәфтәрең” (һинең дәф­тәрең), “дәфтәрегеҙ” (һеҙҙең дәфтәрегеҙ); 3‑сө зат берлектә һәм күплектә ‑ы аффиксы м‑н белдерелә: “ҡылысы” (уның йәки уларҙың ҡылысы). Һүҙбәйләнештәрҙә Э.к. мөнәсәбәттәре изафеттың 2‑се һәм 3‑сө типтары; эйәлек килештәге эйәлек, зат алмаштары һ.б. м‑н бирелә.

Г.Р.Абдуллина

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов