ӘРТӘ ЯРУСЫ, аҫҡы пермь бүлегенең аҫтан өсөнсө бүлексәһе. Һаҡмар ярусында ята, көңгөр ярусы м‑н ҡаплана. А.П.Карпинский тарафынан айырып күрһәтелә (1874), исеме Әртә заводынан алынған. Стратотибы балсыҡлы эзбизташтар ҡатыш полимиктлы терриген ултырмаларҙан тора; ҡалынлығы 600—1500 м. Фузулинидалар, аммоноидеялар, брахио­подалар һ.б. хас. Бурцев, ирген, сарга һәм һарына горизонттарына бүленә. Башҡортостан (Көньяҡ) Уралыныңкөнбайыш битләүендә киҫелештең өҫкө өлөшөндә эре киҫәкле конгломерат ҡатламдары булған терриген ултырмалар өҫтөнлөк итә (ҡалынлығы яҡынса 1300 м). Урал алды бөгөлөнөңүҙәк өлөшөндә терриген‑карбонатлы тоҡомдарҙан ғибәрәт (ҡалынлығы 500 м тиклем). Ултырмалары ер өҫтөнә Архангел р‑нында Тирәкле а. янындағы Баҫыу й., Ғафури р‑нында “Красноусол” шифаханаһы эргәһендәге Тоҙйылға й., Мәләүез р‑нында Һирәт утары янындағы Ағиҙел й. буйында, Шәкетау ятҡылығында (Стәрлетамаҡ р‑ны) һ.б. урындарҙа сыға. Көнсығыш Европа платформаһыныңкөнсығыш сиге буйлап риф барлыҡҡа килеүҙең аҙаҡҡы стадияһындағы айырым тубифитеса‑брахиопода‑бүздәкле риф ҡоролмалары булған киҫелештең карбонат тибы таралған (ҡалынлығы 500 м ашыу). Башҡортостандың платформалы өлөшөндә ҡатлаулы эзбизташтарҙан тора (ҡалынлығы 300 м).

Әҙәб.: Опорные разрезы верхнего карбона и нижней перми западного склона Урала и При­уралья. Свердловск, 1990.

Е.И.Кулагина

Тәрж. Э.М.Юлбарисов