ЭЙӘ, башҡорт мифологияһында матди донъя объекттарының хужалары. Э. т‑дағы күҙаллауҙар анимистик ҡараштарҙың (ҡара: Анимизм) иң боронғо ҡатламына ҡарай. Төрлө Э. т‑дағы хөрәфәттәр беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланған.

Һыу эйәһе. Оҙон аҡ кейемле сал сәсле ҡарт рәүешендә күҙаллана, атлағанда тылсымлы таяҡҡа таянып йөрөй. Һыу Э. көн һайын үҙ биләмәләрен тикшерә, эңерҙә ярға сыға, кешене һыу аҫтына һөйрәп алып китергә мөмкин. Ҡайһы ваҡыт хәүеф т‑да алдан хәбәр итә. Уға ихтирам күрһәтмәү (һыуҙы бысратыу һ.б.) бәхетһеҙлеккә алып килә. Шишмәнән беренсе тапҡыр һыу алғанда, мәҫ. туй йолалары ваҡытында кәләшкә һыу юлы күрһәткәндә, Һыу Э. бүләк биреү йолаһы булған. Һыу Э. асыуланһа, һыу баҫа тип иҫәпләнгән. Ямғыр ҙа уның ихтыярында була. Ямғыр теләп доға ҡылғанда кешеләрҙе һыуға ташлау — ҡасандыр Һыу Э. ҡорбан килтереү ритуалының имитацияһы, тип фараз ителә. Һыу стихияһы эйәләре аттар (улар һыуҙан сыҡҡан тип иҫәпләнгән; ҡара: Ат культы) м‑н мауыҡҡан, төндә улар­ҙы менеп йөрөгән, ялдарын үргән. Һыу стихияһы эйәләре араһында оҙон сәсле Һыу инәһе һәм Һыу ҡыҙы (Һыу ҡыҙы, Һыубикә, Һыуһылыу) образдары бар. Ышаныуҙар б‑са, Һыуһылыу төн уртаһында йәки таң алдынан ялтыр тәңкәле кейемдә йылға йәки күл ярына сыға һәм алтын тараҡ м‑н алтын сәстәрен тарай. Уның т‑дағы хөрәфәттәр “Аҡбуҙат”, “Заятүләк менән Һыуһылыу” эпостарында сағыла.

Тау эйәһе. Кешеләргә ҡарт рәүешендә күренә, ҡайһы ваҡыт зооморф һыҙаттар ала. Тауҙа шаулау, һүгенеү, кәрәкмәгәнгә ағастарҙы һындырыу Тау Э. асыуландыра, уның дауыл ҡуптарыуы мөмкин. Тау Э. бүләккә таштарҙа аҡса ҡалдырыу, тау битендә үҫкән ағастарға төрлө төҫтәге сепрәк, мәрйен бәйләп китеү йолаһы бар.

Таш ҡыуыш эйәһе (мәмерйә эйәһе). Ғәҙәттә күренмәй, ләкин мәмерйә эргәһенә яҡын килһәң, уның тауышын ишетергә мөмкин. Кешеләргә ҡош, төлкө, йылан һ.б., айырым кешеләргә — Аҡбуҙатҡа атланған һыбайлы сүрәтендә күренә.

Йорт эйәһе (өй эйәһе). Кешегә һирәк күренә. Сал сәсле ҡарт рәүешендә күҙаллана, төрлө хайуанға (быҙау, эт, йылан) әүерелергә мөмкин. Кешегә күршеһе, ҡәрҙәше, мәрхүм атаһы йәки олатаһы сүрәтендә күренеп, яҡшы хәбәрҙе йәки ҡайғыны алдан хәбәр итә. Йорт Э. ҡурсалай торған йәндәргә ҡарай, уның яҡшы мөнәсәбәте кешене һәм уның ғаиләһен бәхетһеҙлек, ауырыу, уҫал заттарҙан, сихырҙан һ.б. һаҡлай. Борон әгәр ҡатын‑ҡыҙ оҙаҡ бала тапмаһа, Йорт Э. ярҙам һорағандар. Йорт Э. мейес, баҙ, түшәм, өй мөйөштәре, тупһа, ат һарайы, бесәнлек кеүек урындарҙа йәшәүе мөмкин. Кеше өйөн йыйнаҡ тоторға һәм тыныслыҡ һаҡларға, Йорт Э. күңелен күреп, уға үҙенең хөрмәтен белдерергә тейеш, шулай итмәһәң, өйҙөң ҡото (именлек, бәхет, эштәге уңыштар, муллыҡ) китә. Яңы өйгә күсеп сыҡҡанда Йорт Э. күсереү өсөн хужалар саҡырыу йолаһын башҡарғандар.

Кәртә эйәһе (һарай, аҙбар эйәһе). Кәртә Э. бесәнлектә, ат һарайында һ.б. ерҙә көн күрә, тип иҫәпләгәндәр. Иңбашына һарыҡ тиреһе ябынған ҡарт рәүешендә күҙаллана. Ышаныуҙар б‑са, уның күренеүе, ғәҙәттә, яҡшылыҡ билдәһе булып тора. Кәртә Э. хужаларҙы мал‑тыуарҙың үрсеме артыуы, ишек алдына бурҙарҙың үтеп инеүе, ут сығыуы т‑да иҫкәртә. Уның асыуын килтермәҫ өсөн хайуандарға һуғырға ярамай, һуҡҡан кешенең аяҡ‑ҡулдарына фалиж бәреүе мөмкин, тип иҫәпләгәндәр, ш. уҡ ҡарт малды һатырға ярамай — Кәртә Э. үс итеп бөтә мал‑тыуарҙы ҡырып бөтөрөүе ихтимал. Ышаныуҙарҙа ш. уҡ мал эйәһе, ат эйәһе малды ҡурсалаусылар булып тора.

Мунса эйәһе. Һүнгән мейестән килеп сығып, иҙәнгә түшәлеп мунсанан шыуып сыҡҡан ҙур булмаған ялҡын, болот әҫәре йәки төтөн киҫәге рәүешендә күҙаллана. Шаярырға ярата: йыуынып ултырған кешенең аяғынан тарта, миндеккә йәбешә һ.б. Ошондай үҙенсәлектәре Мунса Э. яуыз йәндәр рәтенә индерә, мунса ҡара көстәр эйәләшкән төйәк булып ҡабул ителә (төн уртаһынан һуң мунсала йыуынырға рөхсәт ителмәй һ.б.).

Эйәләр т‑да күҙаллауҙар донъяның күп халыҡтарында бар.

Әҙәб.: С у л е й м а н о в а М.Н. Доисламские верования и обряды башкир. Уфа, 2005; Руденко С.И.Башкиры:ист.‑этногр.очерки. Уфа, 2006; Хисамитдинова Ф.Г. Мифологический словарь башкирского языка.Уфа, 2010.

М.Н.Сөләймәнова

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов