ӘРТӘ ЗАВОДЫ, 1783 й. Себер даруғаһы Шөгөр (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, Оло Ҡошсо) улусы башҡорттарынан һатып алынған ерҙәрҙә Әртә й. (Өфө й. ҡушылдығы) буйында Л.И.Лугинин (ҡара: Лугининдар) тарафынан тимер етештереү заводы булараҡ нигеҙ һалына. Хужалары: Лугининдар, 1798 й. алып Дәүләт ассигнация банкыһы, 1798—1811 йй. — А.А.Кнауф, 1811 й. башлап ҡаҙна; 1917 й. национализациялана. Златоуст тау сәнәғәте округына ингән. 1787 й. эшләй башлай. 1797 й. 8 крица горны, ҡырҡылған һәм йәмшәйтелгән тимер етештереү өсөн 1 горны, 8 йәйеү һәм 1 йәмшәйтеү сүкеше була. Суйын Ҡуҫа заводынан һәм Һатҡы заводынан килтерелгән.18 б. аҙ. Ә.з. 130 меңгә яҡын дисәтинә ере була. 18 б. аҙ. заводта 356 мастеровой һәм эшсе кеше, 400 крепостной крәҫтиән (ҡара: Тау сәнәғәте крәҫтиәндәре), 170 ирекле ялланған эшсе (ярҙамсы эштәрҙә); 1895 й. 380 эшсе (ҡара: Эшселәр синыфы) иҫәпләнә. Уртаса етештереүсәнлек — йылына 45 мең бот, макс. — 71,7 мең бот тәшкил итә (1859). 1809 й. башлап салғылар етештерелә. 1999 й. алып “Әртә механика заводы” ААЙ. Хәҙ. завод торамаһы урынында Свердловск өлк. Әртә ҡала тибындағы ҡасабаһы урынлашҡан.

Әҙәб.: П а в л е н к о Н.И. История металлургии в России XVIII века. Заводы и заводовладельцы. М., 1962; Ч е р н о у х о в А.В. История медеплавильной промышленности России. XVII—XIX вв. Свердловск, 1988; К у л б а х т и н Н.М. Горнозаводская промышленность Башкортостана в XVIII веке. Уфа, 2000.

Н.М.Ҡолбахтин

Тәрж. М.Х.Хужин