ӘРНӘШ, Борай р‑нындағы ауыл, Тепляк а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 26 км һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 94 км алыҫлыҡта, Варзы й. (Тере Танып й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 225 кеше; 1959 — 205; 1989 — 179; 2002 — 172; 2010 — 102 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар.

Ауылға Бөрө кантонында 1925 й. һуң нигеҙ һалына. Шулай уҡ Яңы Маты исеме м‑н билдәле булған.

Ф.Ф.Абазов

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев