БАЙМОРАТОВ Исхаҡ Исмәғил улы [1897, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Иҫәкәй а. (БР‑ҙың Бишбүләк р‑ны) — ?], дәүләт эшмәкәре. Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. Тәьминәт акад. тамамлаған (Мәскәү, 1932). 1919—21 йй. Башҡорт айырым уҡсылар бригадаһында сәйәси хеҙм‑р. 1922 й. Приют кредит ширҡәтен ойоштора һәм уға етәкселек итә. 1926 й. алып Бәләбәй кантон а.х. кооперацияһы союзы ағзаһы, рәйесе, 1929—30 йй. Башҡ‑н өлкә һөт кооперацияһы союзы идаралығы рәйесе урынбаҫары, 1932 й. башлап БАССР‑ҙың тәьминәт б‑са халыҡ комиссары, 1935—37 йй. БАССР‑ҙың сауҙа халыҡ комиссары. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.

Д.Ғүскилдин

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика