ӘРМӘНДЕЛӘР (Bufo), ҡойроҡһоҙ ер‑һыу хайуандары заты. Яҡынса 200 төрө билдәле, бөтә Ер шары буйлап таралған. БР‑ҙа 2 төрө осрай. Кәүҙәһе киң, ауыр, оҙонлоғо 7,5—10 см. Тиреһе ҡоро, ҡалын, төйөрсөклө, ябай, йәки һоро Ә. — көрәнһыу һоро, йәшел Ә. — ҙур ҡара‑йәшел таплы асыҡ йәшел төҫтә. Арҡаһында ваҡ, ҡолаҡтары янында эре ағыу биҙҙәре бар. Күҙ ҡараһы горизонталь. Ослоҡтары ҡыҫҡа, бармаҡтарының һуңғы фалангалары ябай, дискыһыҙ. Енси диморфизм хас: инә Ә. ҙурыраҡ, ата йәшел Ә. тамаҡ резонаторы була. Инә Ә. һыу ятҡылығы төбөнә һәм һыу аҫтындағы әйберҙәргә 13 меңгә тиклем ыуылдырыҡ һала. Һалынған ыуылдырығы лайлалы шнурға оҡшаш. Йәшел Ә. сүмесбаштары 5—6‑сы көндә килеп сыға һәм 1—1,5 айҙан һуң йәш Ә. әйләнә. Күбеһенсә ер өҫтөндә йәшәү рәүеше алып бара; сағыштырмаса насар йөҙә һәм һикерә. Башлыса эңерҙә әүҙем. Сент. башлап мартҡа тиклем йоҡлай; 1‑әрләп йәки 3—4‑әрләп ҡалын урман үләндәре түшәмәһе аҫтында йәки өңдәрҙә, соҡорҙарҙа һ.б. ышыҡ урындарҙа ҡышлай. Бөжәктәр, лайлалы ҡусҡарҙар, селәүсендәр, үрмәкселәр м‑н туҡлана. Башҡортостанда Ә. болондарҙа, киң япраҡлы һәм ҡатнаш урмандарҙа, ҡыуаҡлыҡтар араһында, йылға туғайҙарында, парктар һәм баҡсаларҙа, йәшелсә баҡсаларында йәшәй. Ябай Ә. күбеһенсә тау‑урман райондарында, йәшел Ә. Башҡортостандың Урал алдында һәм Башҡортостандың Урал аръяғында таралған. Ауыл хужалығы һәм урман культуралары ҡоротҡостарын юҡ итә.

В.Ф.Хәбибуллин

Тәрж. Г.А.Миһранова