ЭЙФЕЛЬ ЯРУСЫ, урта девон бүлегенең аҫҡы бүлексәһе. Эмс ярусында ята, живе ярусы м‑н ҡаплана. А.Дюмон тарафынан Эйфель тауҙарында (Германия) айырып күрһәтелә (1848).

Стратотибы мергель һәүерташтарынан, алевролиттарҙан, эзбизташ ҡатыш мергелдәрҙән тора; ҡалынлығы 450 м. Брахиоподалар, мәрйендәр, трилобиталар хас. Э.я. ултырмалары БР терр‑яһында киң үҫешкән, платформалы өлөшөндә скважиналар м‑н асылған. Көньяҡ Урал­дың көнбайыш битләүендә Э.я. бийск горизонтының органоген эзбизташтарынан һәм афонин горизонтының кремний һәүерташтары ҡатыш битум эзбизташтарынан ғибәрәт, ҡалынлығы 220 м тиклем; көнсығыш битләүендә ирәндек свитаһының һәм ҡарамалыташ свитаһының вулкан һәм вулкан‑ултырма ҡатламдарынан тора, ҡалынлығы 5000 м тиклем.

Әҙәб.: Либрович Л.С. Геологическое строение Кизило‑Уртазымского района на Южном Урале //Труды ЦНИГРИ. Л.; М., 1936. Вып. 81; Девонские отложения Башкирии. Ч.1. Стратиграфия. М., 1961; Маслов В.А., Артюшкова О.В. Стратиграфия и корреляция девонских отложений Сибай‑Баймакского района Башкирии. Екатеринбург, 2002.

В.А.Маслов

Тәрж. Э.М.Юлбарисов