ЭЙЕК ЗАКАЗНИГЫ. 1972 й. һунар йәнлектәре популяцияһын тергеҙеү маҡсатында зоол. заказник булараҡ ойошторола. 1998 й. заказник терр‑яһының бер өлөшө Мораҙым тарлауығы тәбиғи паркына бүлеп бирелә. 2012 й. алып “Башҡортостан Уралы” биосфера резерваты составына инә. Күгәрсен р‑ны терр‑яһында Оло һәм Кесе Эйек йй. (Һаҡмар й. басс.) бассейнында урынлашҡан. Майҙаны — 22,7 мең га, терр‑яһының 71,0%‑ын урман ҡаплаған. Көнбайыш өлөшөнөң рельефы арҡалар теҙеменән тора, ныҡ йырғыланған, көнсы­ғыш өлөшө һөҙәк арҡалы йылға араларынан һәм тәрән үҙәндәрҙән ғибәрәт. Ҡайын ҡатыш имән һәм йүкә урмандары, ҡарағай урмандары, ереклектәр таралған, һирәкләп ҡарағастар осрай. Заказникта үҫемлектәрҙең БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән һирәк төрҙәре үҫә: бойҙагөл, Гельм астрагалы, йәшел таш абағаһы, Карелин астрагалы, ҡыя һуған һ.б., ш. уҡ БР‑ҙың һәм РСФСР‑ҙың Ҡыҙыл китаптарына ингән Залесский ҡылғаны, ҡаурый ҡылған, Литвинов торна борсағы, рус сыбар сәскәһе, төклө ҡылған, һылыу ҡылған, шырттөклө еҙүлән, ысын кәкүк ситеге һ.б. бар. Америка шәшкеһе, ҡабан, ҡоралай, мышы, тейен, һеләүһен, һоро айыу, һыуһар, ҡор, ҡурпысыҡ, һуйыр һ.б. йәшәй. Заказникта БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән ҡама, осар тейен, ваҡ ярғанат, һыу төн күбәләге, күк ҡарға, һоро ағуна, һоро өкө, һоро торна, баҡыр йылан, орсоҡ йылан, үлән тәлмәрйене һ.б., ш. уҡ БР‑ҙың һәм РФ‑тың Ҡыҙыл китаптарына ингән балабан, бөркөт, ваҡ һайыҫҡан, көсөгән, ҡарағош, өкө, сапсан, европа бәрҙеһе, зөгәй һ.б. осрай.

Л.А.Едрёнкина

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов