ӘРМЕТ‑РӘХИМ, Ишембай р‑нындағы ауыл, Петровск а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 42 км һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. Көнс. табан 39 км алыҫлыҡта Егән й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 972 кеше; 1920 — 1265; 1939 — 1083; 1959 — 799; 1989 — 413; 2002 — 328; 2010 — 315 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана, мәсет бар.

Ауылға Нуғай даруғаһы Юрматы улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә Әрмет исеме м‑н нигеҙ һала, 1737 й. алып билдәле (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1676 й. нигеҙ һалына). 18 б. 80‑се йй. алып хәҙ. исемен (улус старшинаһы Рәхим Ибраев исеменән) йөрөтә. 1795 й. 46 йортта 273 кеше йәшәгән (Түб. Әрмет а. м‑н бергә иҫәпләнгән), 1865 й. 50 йортта — 513 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ, урман кәсептәре м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, һыу тирмәне булған. 1906 й. шөғөлдәр араһында шулай уҡ ылаусылыҡ иҫәпкә алынған. 1920 й. Әрмет‑Рәхим (Ғөбәй, Мәскәү) исеме м‑н теркәлгән. Ф.Д.Булатова, Ә.Я.Шәрәфетдинов ошо ауылда тыуған.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев