ӘРМЕ”, башҡорт халыҡ йыры, оҙон көй. Тәүге тапҡыр С.Г.Рыбаков яҙып ала һәм “Урал мосолмандарының көнкүреш тасуирламаһы менән музыкаһы һәм йырҙары” китабында баҫ­тырып сығара. Башҡорт муз. фольклорында киң таралған лирик‑эпик йырҙарҙың береһе. Тематикаһы б‑са башҡорттарҙың хәрби хеҙмәте т‑дағы йырҙарға ҡарай. “Ә.” оҙон көйлө, киң диапазонлы, орнаментикаһы бай. Йырҙы башҡарыусылар араһында С.Ә.Абдуллин, М.А.Ҡаҙаҡбаев, А.А.Солтанов бар.

Әҙәб.: Башҡорт халҡ йырҙары. Өфө, 1954; С ө л ә й м ә н о в Ғ.З. Ҡурай. Өфө, 1985.

А.М.Ҡобағошов

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова