ӘРЛӘН, Яңауыл р‑нындағы ауыл, Һандуғас а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Яңауыл т. юл ст. Көнс. табан 12 км алыҫлыҡта Кендекле й. буйында (Беүә й. басс.) урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 353 кеше; 1920 — 310; 1939 — 362; 1959 — 209; 1989 — 121; 2002 — 118, 2010 – 93 кеше. Удмурттар йәшәй (2002).

Ауылға Бөрө өйәҙе Уран улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1807 й. керҙәшлек килешеүе б‑са яһаҡлы удмурттар нигеҙ һала. 1865 й. 34 йортта 252 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр.

Х.Х.Мөҙәрисов, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов