ӘРИБАШ, Тәтешле р‑нындағы ауыл, Ҡоҙаш а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 9 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 33 км алыҫлыҡта Әри й. (Беүә й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 392 кеше; 1959 — 434; 1989 — 604; 2002 — 667; 2010 — 552 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар.

Ауылға 20 б. Бөрө өйәҙендә Кийковтың элекке имениеһы урынында урыҫтар кордон булараҡ нигеҙ һала. 1920 й. Тәтешле урмансылығы кордоны (1925 й. 3 йорт иҫәпкә алын­ған), 1939 й. – урман сәнәғәте хужалығы кордоны булараҡ теркәлгән. 50‑се йй. алып хәҙ. исемен йөрөтә, 60‑сы йй. хәҙ. статусын ала.

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев