ӘРИ БАШЫ, Тәтешле р‑нындағы ауыл, Ҡоҙаш а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 7 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 31 км алыҫлыҡта Әри й. (Беүә й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 439 кеше; 1920 — 513; 1939 — 506; 1959 — 610; 1989 — 305; 2002 — 308; 2010 — 273 кеше. Удмурттар йәшәй (2002).

Ауылға 1743 й. керҙәшлек килешеүе б‑са Себер даруғаһы Ҡара‑Танып улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә удмурт крәҫтиәндәре нигеҙ һала. Исеме гидронимдан алынған. 1795 й. 23 кеше йәшәгән, 1865 й. 46 йортта — 219 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. башҡа милләттәр өсөн мәктәп теркәлгән.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев