ЭЗБИЗТАШ, б у р т а ш, ултырма тау тоҡомо. Башлыса кальциттан йәки организмдарҙың кальцитлы һөлдә ҡалдыҡтарынан, һирәк осраҡта арагониттан тора. Составына доломиттың, кварцтың, гипстың, балсыҡлы минералдарҙың ваҡ ҡушылмалары инә. Саф Э. составы CaO (56%) һәм CO2 (44%) миҡдары булған кальцитҡа тура килә. Структураһы биоморф (органоген), һыныҡ, кристалл бөртөклө, кристаллобластлы; текстураһы массив, ҡатлаулы. Төҫөн ҡушылмалары билдәләй, йышыраҡ аҡ, һарғылт, көрән, һоронан ҡараға тиклем. Химик (сода, цемент һ.б. етештереү), технологик һәм агрохимик (шәкәр, эзбиз оно һ.б.), тау‑техник (металлургияла флюс) сеймал сифатында; төҙөлөштә (биҙәү таштары, йөҙләү таштары, ҡырсынташ) ҡулланыла. БР‑ҙа 100 м тиклем ҡалынлыҡтағы ҡатламдар һәм горизонттар барлыҡҡа килтергән рифей һәм палеозой ултырмаларында киң таралған. Иң ҙур ятҡылыҡтары: Шәкетау, Торатау (Ишембай р‑ны), Пугачёв (Белорет р‑ны), Оло Теләк (Иглин р‑ны), Төйәләҫ (Баймаҡ р‑ны), Рысҡужа йөҙләү ташы ятҡылығы, Рысай, Юлдаш (Учалы р‑ны) ятҡылыҡтары.

Әҙәб.: Минерально‑сырьевая база местных строительных материалов Башкирской АССР. Уфа, 1958.

А.А.Алексеев

Тәрж. Э.М.Юлбарисов