ЭВРИБИОНТТАР (гр. eurys¼— киң һәм bio¼n — йәшәүсе), тирә‑яҡ мөхит шарттарының киң диапазонында йәшәй алған организмдар. Э. стенобионттарға ҡаршы ҡуйыла. Э. өсөн йәшәү стратегияһының һығылмалылығы, бик күп экотиптар (төрҙәрҙең генетик варианттары), киң географик ареал хас. Эврибат (һыуҙа вертикаль таралыу диапазоны киң; мәҫ., балдаҡлы селәүсендәр), эвригал (үҙгәреүсән тоҙлолоҡта йәшәүгә һәләтле; үрләүсе һәм ярым үрләүсе балыҡтар), эвритерм (үҙгәреүсән т‑рала; себер ҡарағасы, урман ҡарағайы һ.б.) һ.б. айырыла. Э. респ. бөтә терр‑яһы буйлап таралған сегеталь ҡый үләндәренең (баҫыу билсәне, бер йыллыҡ иренсәскә, буҙ шыртүлән, ялан һары билсәне һ.б.) һәм рудераль үҫемлектәрҙең (аҡ алабута, баҫыу эт эсәге, көтөүсе муҡсаһы һ.б.) күпселеге ҡарай. Э. экосистемаларҙың тотороҡлолоғо күтәрелеүгә булышлыҡ итә.

Л.Ғ.Наумова

Тәрж. Г.А.Миһранова