ЭВЕРСМАНН Эдуард Александрович (23.1.1794, Верингхаузен а., Вестфалия — 14.4.1860, Ҡазан), урыҫ натуралисы. Петербург ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1842), философия д‑ры һәм ирекле фәндәр магистры (1814), медицина һәм акушерлыҡ д‑ры (1816), атҡ. проф. (1853), проф. (1828). Действительный статский советник (1851). А.Г.Эверсманндың улы. Дрезден (1814) һәм Дерпт (1816; икеһе лә — Германия) ун‑ттарын тамамлаған. 1816 й. алып Рәсәйҙә: 1818— 21 йй. Златоуст, Ырымбур ҡҡ. табип, 1828 й. башлап Ҡазан ун‑ты профессоры. Бохараға беренсе урыҫ дипломатик илселегендә (1820—21), Устюрт яйлаһына экспедицияла (1825— 26) һ.б. ҡатнашҡан. Волга һәм Урал йй. араһының йәнле тәбиғәтен өйрәнеүгә ҙур өлөш индергән, бөжәктәр (50 меңдән ашыу төр, ш. иҫ. яҡынса 4 мең ҡаты ҡанатлылар, 2,8 мең күбәләктәр), ҡоштар һ.б. коллекцияһын йыйған. Э. тарафынан далаларҙың, сүл ҡомдары­ның, ҡара тупраҡтың барлыҡҡа килеү гипотезаһы, далаларҙа ағас үрсетеү үҫеше, ҡоротҡостар м‑н көрәшеүҙә биол. ысулдар тәҡдим ителгән, хайуандарҙың яңы төрҙәре тасуирланған. Уның исеме м‑н хайуандарҙың 15 төрө һәм үҫемлектәрҙең 2 төрө аталған. 55‑тән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. 3‑сө дәрәжә Изге Владимир (1856), 2‑се дәрәжә Изге Анна (1854), 2‑се дәрәжә Изге Станислав (1844) орд. м‑н бүләкләнгән.

Х е ҙ м.: Естественная история Оренбургского края. Оренбург, 1840. Ч.1; Казань, 1850—1866. Ч.2—3.

Әҙәб.: Г е п т н е р В.Г. Эдуард Александрович Эверсманн (Eduard Friedrich Eversmann). Зоолог и путешественник (1794—1860). М., 1940; Хайретдинов С.С., Хайретдинов Р.С. Молодые годы Эдуарда Эверсманна и главная экспедиция его жизни //От древности к новому времени (проблемы истории и археологии): сб. науч. работ. Уфа, 2005. Вып. 8.

М.Ғ.Миһранов, Р.С.Хәйретдинов

Тәрж. Г.А.Миһранова