ЭВЕРСМАНН Александр Герхарт (Август Фридрих) фон (1759, Германия — яҡынса 1837 й.), тау эштәре начальнигы. Галле ун‑тын тамамлаған (Германия). 1780 й. алып Пруссияла хеҙмәт итә: фабрикалар комиссары, 1790 й. — тау эштәре советнигы, 1798 й. башлап хәрби советник, һуңыраҡ ген.‑инспектор. 19 б. башынан А.А.Кнауф з‑дтарында идарасы булып эшләй. 1811 й. Рәсәй хөкүмәте ҡушыуы б‑са Германияға һалҡын ҡорал әҙерләүсе белгестәр йыйыу өсөн ебәрелә. Златоуст ҡорал фабрикаһын төҙөүгә етәкселек итә, 1‑се тау эштәре начальнигы була, ҡорос етештереүҙе, Золинген, Клингенталь ҡҡ. килгән немец оҫталарының эшен һ.б. ойоштора. 1817 й. хеҙмәттән бушатыла. 2‑се дәрәжә Изге Анна орд. м‑н бүләкләнгән.

Әҙәб.: Ахмерова Ф.Д. Российский род — Эверсманны //Башкирский край: сб. ст. Уфа, 1997. Вып.7.

Тәрж. М.Х.Хужин