ЫУЫЛДЫРЫҠ СӘСЕҮ, балыҡтарҙың аталандырыуға алып килеүсе өлгөргән ыуылдырығын һәм орлоҡ шыйыҡсаһын сәсеү процесы. Күпселек балыҡтар ыуылдырыҡты тышҡы мөхиттә, һыуҙа, һыу ятҡылыҡтарының Ы.с. урындарында аталандыра. Ы.с. урындарына күсеү Ы.с. миграцияһы тип атала. Башҡортостандың һыу ятҡылыҡтарында балыҡтар ыуылдырыҡты күбеһенсә яҙ көнө йәки йәйҙең беренсе яртыһында, ҡайһы бер төрҙәре ҡара көҙҙә (алабалыҡтар, йылға бағыры, рипус) һәм ҡыш көнө (шамбы) һала. Инә балыҡтар башлыса 1 тапҡыр ыуылдырыҡ сәсә, ҡайһы бер төрҙәрендә (табан балыҡ, ялтырсабаҡ һ.б.) өлөшлө Ы.с. өҫтөнлөк итә. Пелагофиль балыҡтар (чехонь, шамбы) ыуылдырыҡты һыу ҡатламында, литофиль балыҡтар (бикре, зөгәй, уҡбалыҡ, шаршы күкене һ.б.) — таштарға йәки ҡомға, фитофиль балыҡтар (ҡорбан, суртан, һаҙан һ.б.) үҫемлектәргә һала. Йәйен, терпе балыҡ, һыла Ы.с. өсөн оя ҡора, уны ата балыҡ һаҡлай. Бик күп балыҡтарҙың (европа бәрҙеһе, йыл­ға гольяны, сабаҡ һ.б.) Ы.с. осоронда ҡауышыу биҙәнеше була.

Әҙәб.: Экология водоёмов Башкирии. Уфа, 1998.

И.П.Дьяченко

Тәрж. Г.А.Миһранова