ЫУТАМЫР, ц и к у т а (Cicuta), сатыр һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр заты. 8 төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙың уртаса бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда ағыулы Ы. үҫә. Ҡыҫҡа, вертикаль күпкән, бүлкәләр ярҙамында камераларға бүленгән тамырһабаҡлы күп йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, нәҙек бураҙналы, өҫкө өлөшөндә ҡыуыш эсле, тарбаҡлы, төбө ҡыҙғылт төҫтә, бейеклеге 60—140 см. Япрағы ике, өс ҡауырһынлы, төп сегменттары тар ланцет формаһында, ситтәре киртләсле. Сәскәһе аҡ, ҡушма сатырҙарҙа урынлашҡан; төп урамаһы юҡ, ваҡ урамаһы 8—12 оҙонса ланцет йәки ҡыяҡ япраҡсанан тора. Июнь—авг. сәскә ата. Емеше — төбө йөрәк рәүешендәге йомро һалынҡы емешлек, июль—сент. өлгөрә. Һаҙланған болондарҙа, урмандарҙа, һаҙлыҡтарҙа үҫә; респ. бөтә терр‑яһында осрай. Петрушка еҫле ағыулы үҫемлек.

А.Ә.Мулдашев

Тәрж. Г.А.Миһранова